АБДУЛЛИН Ғафар Абдулла улы (24.10.1930, ТАССР‑ҙың Ҡәҙермәт а.  31.10.2008, Нефтекама ҡ.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1978), СССР Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрлығының почётлы хеҙм‑ре (1987). 1957—59 йй. Павловка ГЭС‑ын төҙөүҙә ҡатнаша. 1959—90 йй. “Башнефтепромстрой” тресының 4‑се төҙөлөш идаралығында (Нефтекама) эшләй: 1964 й. алып балта оҫталары бригадиры, 1985 й. — дөйөм төҙөлөш эштәре бригадаһына етәкселек итә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), 1‑се (1986), 2‑се (1981) һәм 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.