БИКБУЛАТОВ Ғәлимнур Хөснийәр улы [21.10.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Янағош а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 16.12.1996, Өфө], диктор, актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1979). Башҡ. театр.‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1949; Х.Бохарский курсы) Борай, Баймаҡ колхоз‑совхоз театрҙары, БАДТ актёры. 1957—97 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда эшләй. Яңғырауыҡлы, тәьҫирле тауышы өсөн уны “башҡорт Левитаны” тип йөрөтәләр. Информацион‑сәйәси һәм әҙәби‑нәфис тапшырыуҙар алып бара: “Илдәр һәм континенттар буйлап” (1960—92), “Һәнәк килә, Һәнәк көлә” (1975—96); байтаҡ радиоспектаклдәрҙә алып барыусы һәм актёр булараҡ ҡатнаша. 1965—80 йй. халыҡҡа “Волга буйы” (“Поволжье”; Куйбышев к/ ст), 1965—91 йй. — “Совет Уралы” (“Советский Урал”; Свердловск к/ ст) киножурналдарын башҡ. телендә ишеттерә. Актёрлыҡ һәләте үҙенсәлекле ролдәрҙә сағылыш ала: Ҡазый (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле; дебют, Борай колхоз‑совхоз театры, 1950), Яшка (“Малиновкала туй” — “Свадьба в Малиновке”, Б.А.Александров), Шә .әли (“Зимагорҙар”, С.М. Мифтахов), Ғәлимйән (“Башмағым”), Муров (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”, А.Н.Островский) һ.б.

В.Г.Жерехов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика