БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. бөтөрөлә. 1804 й. Ырымбур губернаһы составында яңынан тергеҙелә (өйәҙгә бөтөрөлгән Сергиевск өйәҙе инә), 1851 й. алып Һамар губернаһына ҡарай. 18 б. аҙ. төньяҡта — Бөгөлмә өйәҙе, көнсығышта — Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта — Быҙаулыҡ өйәҙе һәм Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Сергиевск өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Боғорослан ҡалаһы. Майҙаны 19425 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 78543 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 582), 1897 й. — 405994 (башҡорттар — 9501, мордвалар — 80262, сыуаштар — 34832, татарҙар — 28627, типтәрҙәр — 4110, урыҫтар — 234562 һ.б.), 1920 — 669,4 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 376941 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25146, дворяндар — 932, сауҙагәрҙәр — 265 һ.б.; мосолмандар — 44837, православие динендәгеләр — 358955 (ш. иҫ. 10556 старообрядсы) һ.б. 1803 й. өйәҙ 12‑се башҡ. кантонына (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) инә. 1811 й. өйәҙҙә 250 торама пункт һәм 1 ҡәлғә була. 19 б. уртаһында башҡорттарҙың төп өлөшө Баҡай, Ҡамышлы, Ҡарамалы‑Ҡотлой, Йүкәлетау, Түбәнге Ермаков, Түбәнге Усман һ.б. торама пункттарҙа йәшәй. Халыҡтың төп кәсебе игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ була. Баҡсасылыҡ, тәмәке үҫтереү киң тарала. 20 б. башында а.х. халыҡтың 78,7%‑ы мәшғүл була. Балауыҙ иретеү, һабын ҡайнатыу, сөгөлдөр эшкәртеү, 10 йылҡысылыҡ, 2 шарап, 2 шарап ҡыуыу заводы эшләй. Боғоросланда, Кинәле‑Черкас биҫтәһендә, Богородский, Воскресенск, Исакли, Покровка, Сергиевка, Сосновка, Баклановка, Петровка аа. йәрминкәләр үткәрелә. 19 б. 2‑се ярт. өйәҙ аша Һамар—Златоуст т. юлының бер өлөшө (Кинәле—Черкас биҫтәһенән алып Абдулла а. тиклем) үтә. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Ырымбур губ. составына ин.

Әҙәб.: Административ‑территориаль ҡоролош мәҡ. ҡарағыҙ.

П.В.Егоров, Г.Т.Әбйәлилова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Карта: БОҒОРОСЛАН ӨЙӘҘЕ

Яндекс.Метрика