БИКБУЛАТ АРҠАЕВ, Б. Әликәшев (?—1755, Ырымбур ҡ.), башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Әликәш Һөйөндөковтың улы. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында атаһы м‑н берлектә ихтилалды әҙерләүҙә ҡатнашыу тәҡдиме м‑н Батыршаға хат ебәрә. Май аҙағында ғәйебен таный. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға дусар ителә, шунда үлә.

Әҙәб.: Акманов И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика