БИКБУЛАТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Урал а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Кесе Эйек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 538 кеше; 1920 — 651; 1939 — 586; 1959 — 556; 1989 — 618; 2002 — 594; 2010 — 497 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1754 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Бикбулат Ейәнғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 16 йортта 136 кеше йәшәгән, 1866 й. 80 йортта — 282 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 50—60‑сы йй. 1‑се Б. һәм 2‑се Б. аа. теркәлгән. Х.Х.Баймырҙин, Ш.М.Янбаев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика