БОҒОРОСЛАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Максимовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 679 кеше; 1920 — 815; 1939 — 243; 1959 — 269; 1989 — 240; 2002 — 249; 2010 — 233 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1867 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Боғорослан өйәҙенән күсеп килеүселәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Ивановка исеме м‑н билдәле. 1896 й. 60 йортта 483 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй, бакалея һәм шарап кибеттәре булған. 1906 й. сиркәү (1903 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. аҙағында Б. Яңы Петровка а. (19 б. 70‑се йй. нигеҙ һалынған) ҡушылған.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика