БОҒОРОСЛАН, Боғорослан өйәҙе ҡалаһы (1781 й. алып) һәм адм. үҙәге (1781—1920). 1748 й. Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. Б. 267 йорт иҫәпләнгән, ш. иҫ. хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙм‑рҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға — 4, крәҫтиәндәргә — 159 йорт. 1811 й. 1300 кеше йәшәгән, 1897 — 12141 (башҡорттар — 66, мордвалар — 363, татарҙар — 868, урыҫтар — 10624 һ.б.), 1910 — 15000 кеше. 19 б. аҙ. халҡы сауҙа, игенселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Һабын ҡайнатыу һәм балауыҙ һығыу з‑дтары эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. Покров ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, 2 сиркәү, дини, 2 класлы ҡала һәм 2 мәхәллә училищелары, ҡыҙ балалар прогимназияһы, 2 дауахана булған. 1935—41 йй. татар‑башҡ. пед. уч‑щеһы (ҡара: Жёлтый татар‑башҡорт педагогия училищеһы) эшләгән. 1920 й. башлап Ырымбур өлкәһе составында.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика