БОҒҘАНОВ Фәрит Вәлинур улы (7.10.1932, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а. — 12.3.2001, Өфө), драматург. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). Д.И.Курский ис. Һарытау юридик ин‑тын тамамлаған (1962). 1963—67 йй., 1976—88 йй. БАССР‑ҙың хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй. 1968—74 йй. Шаҡша урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм Башҡ‑н ҡулланыусылар союзы ревизоры. “Кем һин?” (1969) исемле тәүге пьесаһы милиция хеҙм‑рҙәренә арналған. “Мөхәббәт һәм енәйәт” (1972), “Күпер” (1974), “Аманатҡа хыянат” (1987), “Төнгө ҡунаҡ” (1995) пьесаларында соц.‑хоҡуҡи һәм әхлаҡи‑этик проблемалар сағылдырылған. “Батырша” (1998) драмаһы башҡорт ихтилалы (1755—56) етәкс. Батыршаның фажиғәле яҙмышына арналған. Пьесалары БР һәм РФ театрҙарында ҡуйыла.

Әҫәрҙ.: Иртәнге томан: пьесалар. Өфө, 1979; Иректәге тотҡонлоҡ: пьесалар. Өфө, 1992; Остались одни огни. Уфа, 1999.

Р.Ф.Байбулатов

Тәрж.Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика