АБДУЛЛИН Айтмөхәмәт (Айтжан) Абдулла улы (29.11.1924, Ҡырғыҙ АССР‑ы Олотау ҡсб — 12.6.2010, Алматы ҡ., Ҡаҙағстан), геолог. Ҡаҙағстан Респ. Милли ФА акад. (1979), БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1973). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлаған (Алма-Ата, 1953). 1974—96 йй. Ҡаҙағстан Респ. ФА‑ның Геол. ф. ин‑ты (Алматы) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Ҡаҙағстан һәм уның м‑н сиктәш терр‑яларҙың геол. төҙөлөшө проблемаларына арналған. Ҡомкүл нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡаҙағстан Респ. ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. СССР-ҙың (1978, 1985), Ҡаҙаҡ ССР‑ының (1978) Дәүләт пр. лауреаты. Окт. Революцияһы (1984), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Комплексные исследования земной коры Мугоджар и проблемы связи тектонических структур Урала, Тянь-Шаня и Центрального Казахстана. Алма-Ата, 1978.

Ә.Й.Закиров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке