БОҒАНАҠ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Буғанаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 404 кеше; 1959 — 836; 1989 — 933; 2002 — 859; 2010 — 773 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

1929 й. Тамъян-Ҡатай кантонында Белорет металлургия з‑дының (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) ярҙамсы хужалығы ойошторолғас, ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. “Боғанаҡ” с‑зы усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика