БОҒАҠ, ҡалҡан биҙенең патологик ҙурайыуы. Морфологик билдәләре б‑са — диффуз (биҙҙең тигеҙ ҙурайыуы), төйөрлө (биҙҙең айырым урындары ҙурайыуы һәм тығыҙланыуы), ҡатнаш (тығыҙ урындарҙың бөтә биҙҙең диффуз ҙурайыуы м‑н бергә барыуы); ҡалҡан биҙенең функциональ әүҙемлеге б‑са — тиреотоксик (юғары), гипотиреоид (түбән), эутиреоид (боҙолоуһыҙ); тирә-яҡ мөхиттең геохимик үҙенсәлектәренә бәйле эндемик (иод етешмәгән райондарҙа) һәм спорадик (эндемик райондарҙан тыш осраған) Б. айыралар. Организм иодты етерлек кимәлдә алмағанда, ҡалҡан биҙенең аутоиммун һәм шешеү ауырыуҙары һ.б. булғанда барлыҡҡа килә. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Төп симптомдары ҡалҡан биҙенең функциональ торошона бәйле: функцияһы юғары булғанда — ярһыусанлыҡ, йоҡоһоҙлоҡ, ябығыу, тахикардия, түбән булғанда — тире ҡоролоғо, гипотония, шешенеү, йоҡо баҫыу, эшкә һәләтлелек кәмеү. Диагностика өсөн клиник, лаб. (ҡандағы гормондарҙы тикшереү), ультратауыш м‑н тикшереүҙәр, изотоп радиографияһы мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (иод препараттары, ҡалҡан биҙе гормондары), нур терапияһы (радиоактив иод м‑н) һәм хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: муйын ағзалары ҡыҫылыу, йөрәк ритмы боҙолоу, тиреотоксик криз һ.б. Иҫкәртеү сифатында иодлы аш тоҙон ҡулланыу, яҡшы сифатлы аҙыҡ м‑н туҡланыу һ.б. тәҡдим ителә. Башҡортостан иод етешмәгән биогеохимик провинция (ҡара: Географик патология) булып тора. 2005 й. 647 тиреотомия (ҡалҡан биҙен ҡырҡып алыу) үткәрелә. Б. таралыуын, үҫеш механизмдарын, диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеүҙе өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла. 20 б. 30‑сы йй. респ. Б. ауырыуҙары б‑са статистик анализ үткәрелә (А.М.Агаронов, А.С.Альтшуль, И.В.Данилов). 50—60‑сы йй. тышҡы мөхиттә микроэлементтар (иод, ҡурғаш, баҡыр, марганец һ.б.) миҡдары һәм эндемик Б. үҫешендә һәм таралыуында уларҙың роле (Й.Н.Асҡарова, Е.А.Волжский һ.б.), ҡалҡан биҙенең патогистологияһы (М.И.Бадин), ш. уҡ тиреотоксик Б. диагностикалау һәм дауалау өсөн иодтың радиоактив изотобын ҡулланыу (Р.У.Ишмөхәмәтов) өйрәнелә, уҡыусыларҙың Б. м‑н ауырыусанлығы (М.Ғ.Мәүлитова), эндемия сығанағында ҡалҡан биҙе ауырыуҙарының клиник үҙенсәлектәре, Б. иҫкәртеү һәм дауалау алымдары (У.А.Алексеев, Ишмөхәмәтов, И.Ғ.Рәхмәтуллин һ.б.) тикшерелә. 1959 й. республикала Б. ҡаршы диспансер (1973 й. алып — Респ. клиник дауаханаһының эндокринология бүлеге) асыла. 60—80‑се йй. респ. Б. таралыуы б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Асҡарова, Бадин, Ишмөхәмәтов, М.В.Рутес), эндемик Б. булған ауырыуҙарҙа матдәләр алмашыныуы (З.И.Ғүмәрова), диспансерлаштырыу (О.К.Байков, Мәүлитова, Ф.Ғ.Садиҡов) һәм дауалау (Алексеев, Ишмөхәмәтов) мәсьәләләре өйрәнелә. 90‑сы йй. эндемик Б. гистологик тикшеренеүҙәр үткәрелә (Т.И.Байкова), Б. хирургик юл м‑н дауалау алымдары эшләнә (Рәхмәтуллин, Садиҡов, З.М.Собханғолов, С.В.Фёдоров, Ә.Ә.Хәмитов һ.б.). Балаларҙа токсик булмаған диффуз Б. таралыуы, уны дауалау һәм иҫкәртеү (М.Г.Давыдович, О.А.Малиевский), йөклөлөк ваҡытында ҡалҡан биҙенең функциональ үҙенсәлектәре (Т.В.Моругова, Е.М.Степанова) өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Эндокринология.

Т.В.Моругова, Ә.Әәмитов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика