БОГУСЛАВСКИЙ Наум Самойлович (Шмулевич) (7.11.1927, Украина ССР‑ы Белая Церковь ҡ. — 11.5.1997, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988), СССР кинематографияһы отличнигы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары профсоюз мәҙәниәт мәктәбен тамамлаған (Ленинград, 1967). 1948 й. алып — “Победа” к/т, 1963 й. — Респ. урыҫ драма театры (Өфө) дир., 1968—88 йй. БАССР МС‑ы эргәһендәге Кинофикация идаралығы нач. урынбаҫары. Рәсем сәнғәте һәм графика өлкәһендә эшләй. Лирик пейзаж оҫтаһы, үҙенең рәсемдәрендә Өфөнөң матур урындарын: “Аллея” (1975), «“Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында август» (1983), “Өфө, Калинин урамы, 45” (1987); Башҡортостан тәбиғәтен: “Йүрүҙәндә кис” (1972), “Дүртөйлө ҡарағайы” (1973), “Ағиҙел аръяғы” (1983), “Йоматау ҡайындары” (1985), “Ағиҙел” (1988) һ.б. һүрәтләй. Уның әҫәрҙәре (250‑нән ашыу) традицион реалистик манерала башҡарылған. 80‑се йй. аҙ. “Яман шеш корпусы” графика әҫәрҙәре серияһын (ҡағыҙ, ҡәләм, фломастер) ижад итә, уларҙа авторҙың фәлс. һығымталарға ынтылышы сағыла. Өфө үҙешмәкәр рәссамдар клубын ойоштороусы һәм етәксеһе (1987— 97). 1980 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1980—97), Мәскәү (1985), Ҡазан (1987), Йошкар-Ола (1988). Эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре лауреаты (Мәскәү; 1985, 1987). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1995), Почёт (1990) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Каталог произведений самодеятельного художника, заслуженного работника культуры Башкирской АССР Н.Богуславского. Уфа, 1989.

А.А.Докучаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика