БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1881 й. Өфө өйәҙе Богородский а. 1873 й. янған ағас сиркәү (Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә яҡынса 1622 й. төҙөлгән) урынында төҙөлә һәм изгеләндерелә. Сиркәү таштан, 5 көмбәҙле, манараһы сатыр рәүешендә, 3 яруслы, таш бағанаға ултыртылған сүкелгән ҡойма (ҡапҡаһы аркалы) м‑н кәртәләнгән була. Боронғо урыҫ архитектураһына тап килтереп стилләштерелә (сатыр кеүек осло, һуғанбаш формалы көмбәҙ, спираль рәүешендә полихромлы биҙәк, киль рәүешле тамамланған стеналар). Эстән стенаһы иҙәндән көмбәҙгә тиклем һүрәт м‑н биҙәлгән, һырлап, алтын ялатылған иконостастар өсөн иконалар Һынлы сәнғәт акад. ағзаһы О.И.Тимашевский етәкс. эшләнгән. Сиркәүҙең 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы (1881 й. изгеләндерелә), уң яҡтағыһы — святитель һәм чудотворец Николай (1877, 1992 й. изге Блаженная Ксения Петербургская исеменә ҡабаттан изгеләндерелә), һулдағыһы изге Илия пәйғәмбәр хөрмәтенә (1878). Сиркәү эргәһендә 5 таш часовня, 6 сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, китапхана була. 300 йылдан ашыу Өфө епархияһының дини тормошо үҙәге була, мәхәлләгә 22 ауылдың диндарҙары ҡарай. Уның өҫтәл байрамына (ҡара: Православие байрамдары) йыл һайын Өфөнән тәре йөрөштәре ойошторола. 1933 й. ябыла һәм талана, бинала төрлө учреждениелар урынлаша. 1990 й. Өфө епархия идаралығы ҡарамағына тапшырыла һәм тергеҙелә (1993). Тергеҙеү эштәре барышында Б.‑Ө.с. тарихи‑архитектура ансамбле формалаша, уға баптистерийлы Кенәз Владимир сиркәүе (1993), Сталин сәйәси репрессиялары ҡорбандары иҫтәлегенә Крестово-Погребальный, Илья (икеһе лә — 1991), изге шишмәләге Богородский (1993) часовнялары, кенәз М.Е.Ураков, ген.‑лейт. Е.И.Гладышев (ҡара: Гладышевтар) һәм Өфө губернаһының башҡа билдәле кешеләре ерләнгән Богородский некрополе (30—50‑се йй. ҡыйратылған ауыл зыяраты урынында) инә. 1991—2002 йй. сиркәү‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм китапхана эшләй. Настоятелдәре: В.Уводский (1869— 80), Н.А.Котельников (1882—93), А.М.Кулясов (1921—33), В.В.Мохов (1990—97). Сиркәү — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Историко‑архитектурный ансамбль Градо‑Уфимской Богородской церкви //Мысль и жизнь. Уфа, 1993; Ширгазин А.Р. Православные храмы Башкирии. Уфа, 1995.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика