АБДУЛЛИН Айҙар Риват улы (26.7.1962, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кесе Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2002), проф. (2009). Киев граждандар авиацияһы инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) Өфө аэропорты инженеры, 1986 й. алып ВЛКСМ‑дың Өфө район ком‑ты секретары, 1988 й. — Өфө авиация техникумы лаб. мөдире, 1991—92 йй. ӨАИ хеҙм‑ре, 1995—99 йй. БР ФА‑ның соц. фәндәр бүлеге ғилми секретары, 2002 й. башлап ӨДАТУ‑ла, 2003 й. — Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре башҡ. халҡының рухи мәҙәниәте, тел философияһы, феноменологик герменевтика һәм экзистенциаль анализ проблемаларына арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Культура и символ. Уфа, 1999; Онтологическое мышление. Уфа, 2002.

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке