БОГОРОДСКИЙ‑ӨФӨ БОЖЬЯ МАТЕРЬ ИКОНАҺЫ. Ҡазан Божья Матерь мөғжизәле иконаһының ҡараңғыраҡ төҫтәге, византия яҙмаһындағы аныҡ күсермәһе. Ҙурлығы 23х21 см. 17—19 бб. Богородский а. пәйҙә булған Ҡазан иконаһы тип аталған, 20 б. 20‑се йй. — Богородский (Өфө), 1993 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Риүәйәт б‑са, яҡынса 1621 й. Өфөнән 20 саҡрым алыҫлыҡта Өфө өйәҙе Кадомцов а. (был ваҡиға хөрмәтенә Богородский исемен ала) эргәһендә табыла, икона пәйҙә булған урында шифалы шишмә урғылып сыға. Икона сирҙәрҙән һауыҡтырыу мөғжизәһе м‑н дан тота, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында Өфөнө ҡыйралыуҙан, аслыҡтан (1851, 1891) һәм киҙеүҙәрҙән (1848, 1892) һаҡлаусы һанала, Өфө губернаһын ҡурсалаусы булараҡ хөрмәт ителә. 17 б. аҙ. тиклем — ауыл сиркәүендә (ҡара: Богородский‑Өфө сиркәүе), һуңынан — Өфөнөң Смоленск кафедраль соборында (ҡара: Троица сиркәүе), 1841 й. башлап Воскресение кафедраль соборының Ҡазан приделында тора. Ҡазан Божья Матерь иконаһы табылыуҙың ҡыҫҡаса тарихын һүрәтләгән 12 тамғалы махсус ҡыҫанда һаҡлана. Алтын ялатылған көмөш оклад м‑н нығытылған, аҫыл таштар һәм ынйы м‑н биҙәлгән (соборҙа тороу өсөн) һәм сәйлән м‑н биҙәлгән (тәре йөрөштәрендә һәм православие байрамдарында йөрөтөр өсөн) 2 ризаһы була. 20 б. 30‑сы йй. тартып алына. Өфө Епархияһында уның боронғо һәм бөгөнгө күсермәләре бар. 30‑сы йй. тиклем икона хөрмәтенә байрам — йыл һайын 21 июлдә, 1994 й. алып 19 июлдә үткәрелә. 1993 й. икона Дөйөм Рәсәй изгеләре исемлегенә индерелә.

Әҙәб.: Еварестов Е. Сказание о святой чудотворной иконе Божией Матери, по изображению именуемой Казанскою, а по месту явления Богородскою, ныне находящейся в Уфимском Воскресенском Кафедральном Соборе. Уфа, 1898.

Н.П.Зимина

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика