БОГОРОДСКИЙ, Сергеевка, Благовещен р‑нындағы ауыл, Богородский а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Огрязь й. (Иҙәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1018 кеше; 1920 — 1329; 1939 — 751; 1959 — 612; 1989 — 544; 2002 — 493; 2010 — 466 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Өфө өйәҙендә надворный советник М.М.Бекчуриндан 1790 й. купчий ҡағыҙы б‑са Т.В.Павлова һатып алған ерҙәрҙә нигеҙ һалына. Калуга, Пенза һәм Рязань губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлашҡан. 1865 й. 144 йортта 874 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1853 й. төҙөлгән), училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ земство мәктәбе, китапханауҡыу бүлмәһе, тимерлек, 2 бакалея кибете, сәйхана, мөгәзәй теркәлгән; алпауыт Осиповтың утары күрһәтелгән. Г.В.Блинкова ошо ауылда тыуған.

Ә.Ғәрүәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика