БОГОРОДИЦА ОДИГИТРИЯ СЫУАШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ. 1901 й. Бәләбәй өйәҙе Гусевский а. (хәҙ. Баҡалы р‑ны Иҫке Гусев а.) эргәһендә табип Ф.Стельмахович имениеһында нигеҙ һалына. Монастырь эргәһендә 2 сиркәү була: ағас һәм 5 көмбәҙле, манаралы кирбес, 1915 й. төҙөлгән (архитекторы Урусов) һәм изгеләндерелгән. 1917 й. монастырҙа 18 монах һәм 8 послушник йәшәгән. 1917 й. ҡарай монастырҙың 421 дисәтинә ере була. 1917 й. нояб. монастырҙың ағас ҡорамын һәм биналарын күрше ауылдар халҡы талай. 20‑се йй. уртаһында монастырь ябыла, ерҙәре национализациялана, хөжрәләрҙән торған 2 ҡатлы корпус һүтелә; кирбес сиркәү 1937 й. тиклем мәхәллә булараҡ эшләй, 40‑сы йй. аҙ. һүтелә. Настоятелдәре: иеромонахтар Игниатий (1901—03), Артемий, Нил, Адриан.

Әҙәб.: Русские монастыри. Приуралье. Новомосковск; М., 2006.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика