БОГОМОЛОВА Галина Евгеньевна (15.10.1977, Белорет ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001). Магнитогорск пед. ун‑тын тамамлаған (1999). Белореттың 1-се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Е.Г.Сенченко һәм Т.В.Сенченко). 1997 й. алып Уҡыукүнекмәләр үҙәге №464 һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Кросс б‑са (1999, 2005), 10000 м йүгереү б‑са (2000, 2003, 2005—06), экиден б‑са (2002) Рәсәй чемп., 3000 м йүгереү б‑са бер туған Знаменскийҙар мемориалы еңеүсеһе (2005). 3000 м йүгереү б‑са Европа Кубоктарын яулаусы (2003) һәм көмөш призёры (2000), 5000 м йүгереү б‑са Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2000), 4000 м һәм 1500 м йүгереүҙә Рәсәй Кубогының көмөш призёры (1999, 2000). АҠШ-тағы (Чикаго ҡ., 2006) һәм Италиялағы (Рим ҡ., 2008) халыҡ‑ара марафондар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында 5000 м йүгереүҙә Европа Кубогын яулаусы (1996), Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (1999). 10000 м (2003), 30 км һәм марафонда йүгереүҙә (2006), эстафетала (2005) Рәсәй рекордсыһы. Олимпия уйындарында (2000, 2004, 2008) ҡатнашыусы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика