БОГОМОЛЕЦ Александр Александрович (12.5.1881, Киев — 19.7.1946, шунда уҡ), патофизиолог. СССР ФА (1932), СССР мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1930—46 йй. президенты), Белорус ССР‑ы ФА (1933) академигы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1944). Б. тоташтырғыс туҡыманың трофика функцияһы т‑дағы тәғлимәте коллагеноздар хаҡында хәҙерге төшөнсәләрҙең нигеҙе булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Украина ССР‑ы ФА составында Өфөгә эвакуациялана; БДМИ‑ла эшләй (1941—43). Фәнни хеҙмәттәре вегетатив нервы системаһының физиол. һәм патологияһына арналған. Өфөлә Б. трофика сей яраларҙы һәм пуля яралары өҙлөгөүҙәрен дауалау өсөн антиретикуляторлы цитотоксик сыворотка сығарыуҙы ойоштора. Сталин пр. лауреаты (1941).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика