АБДУЛЛИН Азат Хаммат (Мөхәмәт) улы (26.6.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Башҡорт Үргене а.), драматург, прозаик. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2014). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1968). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957—58 йй. БДУ-ла уҡыта. А. ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас. 20 б. 70‑се йй. йәмғиәттең соц.-әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе “Ун өсөнсө председатель” (1979) драмаһы үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — Евг. Вахтангов ис. театрҙа). Был пьесаның дауамы — “Һуңғы уҙаман” (1986; яңы редакцияһы “Һағыш йылғаһы”) драмаһы. Р.Х.Нуриевҡа арналған “Раббым баҡсаһы” (2001) пьесаһы мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән итә (2004 й. Роман Виктюк театрында ҡуйыла). С.И.Чекмарёв т‑дағы “Онотма мине, ҡояш” (1963), И.В.Сталин т-дағы “Боҙ тәхет” (2013) драмалары авторы. А. әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. “Аҡ һөт” (1976), “Ҡыҙыл ысыҡ” (1979) повестары, публицистик очерктар һәм мәҡ. авторы. С.Чекмарёв ис. пр. лауреаты (1983). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

Әҫәрҙ.: Йөрәккә сәнселгән аңлауҙар: пьесалар, повестар, публицистика. Өфө, 1993; Һайланма әҫәрҙәр: пьесалар, проза, публицистика. Өфө, 2006; Красная роса: повести. М., 1979.

Әҙәб.: Мирзагитов А. Даётся один раз //Театральная жизнь. 1982. №20; Стародубцев В. Снова — Сагадеев //Театр. 1986. №4.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке