БЕЛОРЕТ РЕССОРҘАР ҺӘМ ПРУЖИНАЛАР ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Трактор һәм а.х. машиналары эшләүсе, автомобиль сәнәғәте, т. юл транспорты, энергетика һ.б. пр‑тиелар өсөн комплектлау (эҫе һәм һалҡын килеш уралған пружиналар, автомобиль һәм трактор рессорҙары, тәгәрмәс сылбыры быуынының трак бармаҡтары) һәм запас частар етештерә. Составы: эҫе килеш уралған пружиналар һәм рессорҙар етештереү цехтары, һалҡын килеш уралған пружиналар етештереү, ремонт-механика, ремонт-энергетика, транспорт-склад участкалары. 2010 й. 396 кеше эшләгән. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең 200‑ҙән ашыу пр‑тиеһына ебәрелә, яҡын сит илдәргә сығарыла.

1941 й. ҡалайҙан һәм балсыҡтан яһалған изделиелар етештереү б‑са Белорет “Горместпромкомбинат”ы һәм эвакуацияланған С.М.Будённый ис. Мәскәү а.х. машиналары эшләү з‑ды базаһында “Автотрактородеталь” з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1947 й. алып Белорет металл эшкәртеү з‑ды, 1957—65 йй. Белорет металлургия комбинаты составындағы пружиналар цехы, 1969 й. сент. башлап Белорет трактор нормалдәре з‑ды, 1969 й. нояб. — Белорет трактор рессорҙары һәм пружиналары з‑ды, 1993 й. — ААЙ, 2000 й. хәҙ. статусын ала, 2002 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1967 й. илдә тәүге тапҡыр заводта изделиеларҙы өҙлөкһөҙ ағым м‑н ваҡлап эшкәртеү индерелә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика