• Печать

“БЕЛИТ-КПД”, ЯСЙ. Төҙөлөш-монтаж эштәренең, изделиеларының, конструкцияларының сифатын һәм уларҙың норматив-техник документацияға тап килеүен контролдә тота, төҙөлөш материалдарын һынай һәм уларҙың сифаты т‑да һығымта бирә, төҙөлөш материалдарын һәм изделиеларын етештереү өсөн фәнни-техник иҫәпләүҙәр башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. “Эре панелле йорттар төҙөү” ААЙ‑ның төҙөлөш лаб. базаһында нигеҙ һалына.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке