БЕНИН Лев Аронович (23.12.1928, Харьков ҡ. — 30.12.2012, Өфө), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1969) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1951). Урал театр ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) Иркутск драма театры, 1953—96 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры. Б. ижадында урыҫ театр мәктәбенең реалистик традициялары үҫеш алған. Уның эштәре пластиканың төплө уйланылғанлығы, һүрәтләү сараларының байлығы, сағыу темпераментлы булыуы м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Елеся (“Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” — “Не было ни гроша, да вдруг алтын”, А.Н.Островский; дебют, Иркутск драма театры, 1950), Серебряков (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Шуйский (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой), Карандышев (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” — “Бесприданница”, Островский), Маркиз (“Трактир хужабикәһе” — “Трактирщица”, К.Гольдони). Геройҙарҙың эске донъяһын аса белеү һәләте Олег (“Шатлыҡ эҙләү” — “В поисках радости”), Андрей (“Хәйерле сәғәттә” — “В добрый час”), Гриша (“Киске аш алдынан” — “Перед ужином”), Александр (“Йолаға ингән йыйылыш” — “Традиционный сбор”; бөтәһе лә — В.С.Розов) ролдәрен башҡарғанда айырыуса асыҡ сағыла. Башҡ. драматургтары әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә тыуҙырған образдар ҙа ышандырырлыҡ һәм уңышлы: Юламан ҡарт (“Таң йондоҙо” — “Утренняя звезда”, Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы б‑са), Илсеғол (“Ҡыуылған ҡыҙ” — “Изгнанная”, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са) һ.б. Бөтә Рәсәй театр фестивале лауреаты (Өфө, 1957).

С.З.Болховских

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика