БЕНИН Владислав Львович (24.7.1954, Пенза ҡ.), педагог, культуролог. Филос. ф. канд. (1984), пед. ф. д‑ры (1996), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Л.А.Бениндың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) СДПИ‑ла эшләй. 1977 й. алып БДПУ-ла: 1990 й. башлап культурология һәм соц.-иҡтисади дисциплиналар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1999 й. — соц.- гуманит. ф-т деканы. Фәнни хеҙмәттәре философия, мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы, юғары белем биреү педагогикаһы мәсьәләләренә арналған. 320-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Педагогическая культура: её содержание и специфика. Уфа, 1994; Педагогическая культура: философско-социологический анализ. Уфа, 1997; Культура. Образование. Толерантность. Уфа, 2011.

Р.М.Әсәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика