АБДУЛЛА ТУҠТАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының яһаҡлы татарҙарынан. Улус старшинаһы. 1773 й. нояб. — 1774 й. мартында Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгендә була. А.Т. отряды Нуғайбәк ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша, апр. Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Бәхтейәр Ҡанҡаев м‑н берлектә Бөрө эргәһендә эш итә. Июнь уртаһында, регуляр ғәскәрҙәрҙең Өфөгә табан хәрәкәтен тотҡарлау өсөн Ҡазан даруғаһының Калинники, Дыуанай һәм Сатаниха аа. янында А.Я.Якубович етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштар алып бара. Салауат Юлаевты хөкүмәт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәткә тоғро старшина отрядтарының хәрәкәте т‑дағы мәғлүмәттәр м‑н тәьмин итә, сент. уның м‑н бергә И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Окт. әсирлеккә эләгә һәм Өфө провинция канцелярияһына килтерелә. 1775 й. июнендә Ырымбурға ғүмерлеккә “ҡаҙна эшенә” ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.