БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм йәйге; детонацияға сыҙамлылығы б‑са (ҡара: Октан һаны) А‑76, АИ‑91, АИ‑93, АИ‑95, АИ‑98 (автомобиль), Б‑70, Б‑89, Б‑92, Б‑95/ 115, Б‑95/ 130, Б‑100/ 130 (авиация), ш. уҡ этилланмаған һәм этилланған (Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме б-са һуңғыһын етештереү тыйылған) Б. айыралар. Үтә күренмәле шыйыҡса, тығыҙлығы 700—780 кг/м3, tтуңыу —60°С; һауа м‑н шартлау хәүефе янаған ҡатнашмалар (тоҡанып китеү концентрацияларының сиктәре 0,79—5,48%) барлыҡҡа килтерә, ПДК 100—300 мг/м3. Уларға юғары кимәлдәге осоусанлыҡ һәм ш. уҡ түбән tтоҡаныу —35°С хас. Башҡортостан — ил кимәлендә Б. етештереүселәрҙең иң ҡеүәтлеһе. Кәрәкле тауарҙар ассортиментын етештереү өсөн көкөртлө нефттәрҙе эшкәртеү юлдарын эҙләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр илдә, ш. иҫ. БАССР‑ҙа, тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. башлана (К.П.Лавровский). 50‑се йй. уртаһынан Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда һәм 60‑сы йй. уртаһынан ӨНИ‑лә углеводород сеймалын тәрән эшкәртеү һәм мотор яғыулыҡтарын меркаптанһыҙлаштырыу проблемаларын өйрәнеү дауам итә. Юғары октанлы этилланмаған (АИ‑93, АИ‑95 һәм АИ‑98), составына түбәнерәк миҡдарҙа (0,8%‑ҡа тиклем) ароматик һәм туйынмаған углеводородтар ингән Б. етештереү технологияһын уйлап табыу, бер үк ваҡытта уларҙың сыҙамлылығын һәм октан һанын күтәреү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (М.Ә.Таңатаров, К.Ғ.Әбделминев, А.Ф.Әхмәтов). Башҡортостан нефтехимия компанияһы (“Башнефтехим”) пр‑тиеларында был тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен индереү 1997 й. алып респ. автомобиль транспортын тик этилланмаған Б. ҡулланыуға күсерергә мөмкинлек бирә. Респ. нефть ҡыуыу (туранан‑тура ҡыуылған Б.) юлы м‑н алынған Б. (А‑66) етештереү тәүге тапҡыр 1936 й. Ишембай нефть ҡыуыу з-дында (ҡара: Ишембай махсуслаштырылған химия катализаторҙары заводы) һәм 1938 й. Өфө нефть эшкәртеү заводында ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был заводтар респ. автомобиль һәм авиация Б. м‑н төп тәьмин итеүселәр була. 50‑се йй. башынан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында Б. (А‑66) етештереү башлана; 60‑сы йй. был маркалы Б. Яңы Өфө НЭЗ‑ында, КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) етештерелгән мотор яғыулыҡтарының дөйөм күләменең 95%‑ын тәшкил итә. “Башнефтехимзаводы” ПБ-нда (“Башнефтехим”) гидроформинг, азеотроп ректификация, алкиллаштырыу, каталитик крекинг ҡулайламаларын сафҡа индереү А‑72 һәм А‑76 маркалы Б. алыу мөмкинлеген бирә. Ш. уҡ Б. юғары октанлы өҫтәмәләрен етештереү үҙләштерелә: кумол — Өфө НЭЗ‑ында (1949—65), алкилат (изобутанды көкөрт кислотаһы ҡатнашлығында бутилендар м‑н алкиллаштырыу) — Яңы Өфө НЭЗ‑ында (50‑се йй. алып) һәм “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (1958— 97; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”). 70‑се йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында “Галоша” Б., Яңы Өфө НЭЗ‑ында авиация (Б‑91/ 115) һәм юғары октанлы автомобиль Б. (АИ‑93, АИ‑95) етештереү ойошторола. Ошо ваҡыттан алып РФ‑та сығарылған Б. күләменең 30%‑ҡа яҡыны “Башнефтехим” пр‑тиеһында алына. Респ. НЭЗ‑дарында 1997 й. алып юғары октанлы этилланмаған АИ‑91 маркалы Б. (Яңы Өфө НЭЗ‑ы); кислородлы өҫтәмә сифатында метил‑трет-бутил эфирын ҡулланып, Өфө НЭЗ-ында АИ‑92 һәм АИ‑95 маркалы Б. алалар, составы һәм сифат күрһәткестәре б‑са улар сит илдәрҙәге аналогтарына яҡынлаша. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда алынған этилланмаған Б. (А‑76, АИ‑91, АИ‑93 һәм АИ‑95) респ. көньяҡ р‑ндарын, РФ-тың Ырымбур, Силәбе һ.б. өлк. тәьмин итә. Респ. НЭЗ‑дарында 1999 й. стандарт б‑са Б. 4 маркаһы етештерелә: нормаль‑80 (1977 й. стандарт б‑са Б. А‑76 маркаһына тура килә), регуляр‑91 (АИ‑91), премиум‑95 (АИ‑95), супер‑98 (АИ‑98), ш. уҡ илдә етештерелгән төрлө класлы йөк ташыусы һәм еңел автомобилдәр һәм ҡайһы бер сит ил автомобилдәре өсөн этилланмаған А‑92 маркаһы. Б. РФ‑тың күп кенә төбәктәренә (Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлк., ТР һ.б.), яҡын сит илдәргә (Ҡаҙағстан, Молдова, Украина, Эстония һ.б.) сығарыла. Шулай уҡ ҡара: Синтетик шыйыҡ яғыулыҡ, Углеводород газдар.

Әҙәб.: Производство неэтилированных бензинов: темат. обзор. М, 1981 (Серия: Переработка нефти.); Танатаров М.А., Ахметов А.Ф., Абдульминев К.Г. Топливно-химическая переработка бензиновых фракций: темат. обзор. М., 1990 (Серия: Нефтехимия и сланцепереработка; вып.5); Гуреев А.А., Азев В.С. Автомобильные бензины: свойства и применение. М., 1996.

К.Ғ.Әбделминев

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика