БЕЛЯКОВ Вячеслав Филиппович (2.3.1939, Мәскәү), баянсы, педагог, муз.-йәмәғәт эшмәкәре. Проф. (1980). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1968) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1964; Н.Я.Чайкин класы). 1963—68 йй. Гнесиндар ис. Муз.-пед. ин‑тының Өфө уҡытыу-консультация пункты каф. мөдире вазифаһын башҡара, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт уч‑щеһының бүлек мөдире. 1968—83 йй. ӨДСИ‑нең халыҡ музыка ҡоралдары каф. мөдире, 1974—78 йй. уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са проректоры. 1983 й. Мәскәү мәҙәниәт ин‑тында, 1984 й. алып Гнесиндар ис. Рәсәй муз. акад. уҡыта (1984—96 йй. халыҡ музыка ҡоралдары каф. мөдире). Б. башҡарыу сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, камил техника, музыка стилдәрен нескә тойомлау хас. Репертуарында классик һәм заман муз., ш. иҫ. И.С.Бах, В.А.Моцарт, П.И.Чайковский, А.И.Хачатурян, Г.Г.Шендерёв, башҡ. композиторҙары М.М.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, К.Й. Рәхимовәҫәрҙәре. Н.Я.Инякиндың“Әпипә” татар халыҡ темаһына вариацияларын тәүге башҡарыусы. Донъяның 53 илендә гастролдәрҙә була.          Башҡортостанда готово-выборный баянда башҡарыу мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уҡыусылары араһында Ф.Т.Арыҫланғолов, М.И.Ғәйнетдинов, Т.Т.Камалов, В.Н.Линник, В.П.Суханов, С.М.Тюфяков, В.В.Фильчёв, Р.Ю.Шәйхетдинов. 10‑дан ашыу фәнни-методик хеҙмәт авторы. “Донъя кубогы” Халыҡ-ара баянсы-аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Прага, 1962). 2013 й. Өфөлә В.Ф.Беляков призына Халыҡ-ара баянсылар, аккордеонсылар һәм милли гармунда уйнаусылар конкурсы (2 йылға бер тапҡыр үткәрелгән) булдырыла.

Әҙәб.: В творческом поиске: сб. материалов. Уфа, 2000.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика