БЕЛЯЕВ Тимофей Савельевич [1768, Нуғай даруғаһы Ташлы а. (Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны) — 1864; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846]. Н.И.Тимашевтың (ҡара: Тимашевтар) крепостной хеҙмәтсеһе булған, шәхси секретарь вазифаһын үтәгән. Б. башҡ. телен һәм фольклорын яҡшы белгән. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” башҡ. эпосын урыҫ телендә яҙып алған (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ижад иткән). Эпос 1812 й. “Ҡуҙыйкүрпәс, бер ҡурайсы тарафынан башҡорт телендә яҙылған һәм 1809 йылда Рифей тауҙары үҙәндәрендә урыҫ теленә тәржемә ителгән башҡорт повесы” (“Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведённая на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года”) тигән исем м‑н Ҡазанда баҫылып сыға. Ҡайһы бер ғалимдар фараз итеүенсә, “Алдар менән Зөһрә” хикәйәтен Б. яҙып алған.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Рахимкулов М.Г. Башкирская повесть “крепостного грамотея” //Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика