БЕЛЯЕВ Михаил Андреевич (1.6.1930, Владикавказ — 6.12.1989, Учалы ҡ.), тау инженер‑технологы. Техник ф. канд. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1987), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1987), СССР төҫлө металлургияһының иң яҡшы уйлап табыусыһы (1986).Төньяҡ Кавказ тау металлургияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (Орджоникидзе, 1955) Лениногорск байыҡтырыу ф‑каһында (Көнсығыш Ҡаҙағстан өлк.), 1962 й. алып Сибай, 1966 й. — Гай байыҡтырыу ф‑каларында корпус нач. булып эшләй. 1970—71 йй. Медет баҡыр‑молибден комб‑тының (Болгария) баш инженеры, 1974 й. башлап Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге сеймалды комплекслы эшкәртеүҙең яңы ысулдарын индереү, минераль составы ҡатмарлы булған колчеданлы мәғдәндәрҙе байыҡтырыуҙы автоматлаштырыу м‑н бәйле. Б. файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын әҙерләү һәм асыу, флотация, сығарылған продукцияның һыуын ҡоротоу һәм киптереү процестары м‑н идара итеү алымдарын эшләй; илдәге тау‑байыҡтырыу комб‑ттарында индерелгән цианидтарҙы ҡулланмай эзбизле мөхиттә баҡыр‑цинк мәғдәндәренең селектив флотацияһы ысулын уйлап таба. 65 фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983, 1988). Ленин (1986), Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән. Учалылағы урамға Б. исеме бирелгән.

М.Ғ.Моталов, П.И.Пирожок

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика