БЕЛЯВЦЕВ Степан Абрамович (30.12.1892, Харьков губ. Гуляй‑Борисов а. — ?), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1935), проф. (1935). Кубань мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Краснодар ҡ., 1923) Краснодар, Хабаровск ҡҡ. эшләй. 1933 й. алып Башҡ‑н өлкә санитария‑бактериология ин‑тының (ҡара: “Иммунопрепарат”) ғилми етәксеһе, 1936—37 йй. дир., бер үк ваҡытта 1934—37 йй. БДМИ‑ның микробиол. каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре ваба, ҡорһаҡ тифы, скарлатина, түләмәне өйрәнеүгә, вакцинация һәм вакцинотерапия проблемаларына арналған. Б. перихондрит ваҡытында вакцинотерапияның һөҙөмтәлелеген иҫбат итә. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н мед. йәмғиәте рәйесе (1933—37). Репрессиялана (1937), 1957 й. аҡлана.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика