БЕЛӘШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Беләш й. буйында (Тере Танып й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 632; 1939 — 578; 1959 — 591; 1989 — 577; 2002 — 529; 2010 — 469 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына, 1859 й. билдәле. 1865 й. 44 йортта 239 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, һатыу өсөн ағас әҙерләү, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика