БЕЛӘҘЕК, ҡатын‑ҡыҙҙың беләктә йөрөтөлгән ҡулса рәүешендәге традицион биҙәүесе. Башҡорттарҙа һыңар һәм ҡуш беләҙек булған. Тоташмаған остары түңәрәкләтеп яһалған яҫы Б. киң таралған. Башҡортостандың төньяғында ш. уҡ бер-береһенә тоташтырылған өлөштәрҙән торған ҡушма Б., көньяғында тәңкә суҡлы (сыңлап торған) ишмә Б. таҡҡандар. Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан яһалған. Үҫемлек орнаменты йәки семәрле ғәрәп яҙыуы м‑н биҙәлгән. Биҙәге, ситтәре һәм ерлеге гравёрлау, сүкеү, ҡарайтыу, һүрәт баҫыу алымдарын төрлөсә ҡатнаштырып эшләнгән. Ҡушма һәм ҡайһы бер яҫы Б. аҡыҡтан, фирүзәнән, төрлө төҫтәге ҡырлы быяланан ҡаштар ҡуйылған. Б. һыңар ҡулда йәки ике ҡулда ла йөрөткәндәр, һирәгерәк Б. м‑н сынйырлап тоташтырылған балдаҡтар таҡҡандар. Бындай комплекттар һәм сыңлап торған көмөш Б. һаҡлағыс ролен үтәгән (улар ҡара көстәрҙән ҡурсалай тип иҫәпләнгән). Б. татарҙарҙа киң таралған.

Әҙәб.: Шитова С.Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика