БЕЛЬФЛЁР БАШКИРСКИЙ, алмағас сорты. 1991 й. Р.И.Болотина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов, М.Т.Гак (БНИИЗиС) тарафынан Башкирский красавец һәм Бельфлёр‑китайка сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Уртаса ҡуйылыҡта булған киң йомро сатырлы, уртаса бейеклектәге ағас. Ботағы йыуан, олонға ҡарата тура мөйөш яһап сыға. Ҡайыры шыма, йәшкелт. Үрендеһе төҙ, һорғолт көрән, төклө. Япрағы эре, киң овал формаһында, йәшел йәки асыҡ йәшел, ныҡ төклө. Япраҡ пластинкаһы аҫҡа табан бөгөлгән, сырыш. Емеше уртаса ҙурлыҡта, ауырлығы 80—90 г, овал‑йомро формала, бер аҙ ҡырлы. Йәшкелт һары төҫтә, алланып тора, алһыу һыҙыҡтары һәм төрткөләре бар. Итсәһе аҡ, йомшаҡ, ваҡ ярмалы, хуш еҫле, тәме һәйбәт. Сент. уртаһында өлгөрә, ҡулланыу ваҡыты — окт. башлап февр. аҙағына тиклем. Ҡоро матдә миҡдары 13,5%, шәкәр — 12,7%, С витамины — 11,3 мг%. Ҡышҡа сыҙамлылығы юғары, ҡутыр м‑н аҙ зарарлана. Уртаса уңдырышлылығы 105 ц/га (Кушнаренко тәжрибә‑производство хужалығы, 1996—2000). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1995 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика