БЕЛЬСКИЙ Иван Фёдорович (22.9.1923, Өфө — 8.12.1978, Мәскәү), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1964), проф. (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1954) СССР ФА‑ның Н.Д.Зелинский ис. Органик химия ин‑тында (Мәскәү), 1967 й. алып Иркутск органик химия ин‑тында, 1970—76 йй. (1974 й. тиклем лаб. мөдире) СССР ФА Себер бүлегенең Нефть химияһы ин‑тында (Томск ҡ.) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре фуран һәм гидрофуран берләшмәләренең каталитик әүерелештәрен өйрәнеүгә арналған. Б. күпләп алмаштырылған фурандар, ди‑ һәм тетрагидрофурандар, пиридиндар һәм уларҙың гидросығарылмаларын, ш. уҡ алифатик рәттәге окси‑ һәм оксокарбон к‑таларының сығарылмаларын синтезлауҙың селектив ысулдарын эшләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Хеҙм.: Синтез на основе фурановых и гидрофурановых соединений //Гетероциклы в органическом синтезе. Киев, 1970; Катализ в химии фурана. М., 1972 (авторҙ.).

Т.Б.Бельская

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика