БЕЛЬСКИЙ, Мебельный, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Алатана а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 345 кеше; 1989 — 1053; 2002 — 1071; 2010 — 1144 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта һәм балалар муз. мәктәптәре, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

20 б. 40‑сы йй. Мебельный ҡасабаһы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 19 б. аҙ. Дипреевский утары) булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика