БЕЛЬСКИЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/ с ҡарай; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 675 кеше; 1989 — 524; 2002 — 496; 2010 — 407 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына. 1928 й. 3 йорт иҫәпкә алынған. Ағиҙел й. һал ағыҙыу эштәре ойошторолғандан һуң 1948 й. ҡарай ауылда йәшәүселәр һаны артҡан.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика