БЕЛЬСКИЙ, могар сорты. 1978 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин (БНИИСХ) тарафынан Уфимский сортынан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,2 м тиклем, 8—10 быуынлы, ҡыуағы төҙ. Япраҡлылығы 65%‑ҡа тиклем. Япрағының оҙонлоғо 25—45 см. Сәскәлеге 9—16 см оҙонлоҡтағы орсоҡ формаһындағы һепертке. Башағы оҙонса‑эллиптик, һары. Орлоғо эллипс формаһында, ҡыҙғылт һары төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—4 г. Сорт ҡоролоҡҡа сыҙамлы, бер ваҡытта өлгөрә, тут м‑н аҙ зарарлана. Йәшел конвейер системаһында үҫтереү өсөн тәҡдим ителгән. Уртаса уңдырышлылығы (ц/ га): йәшел масса — 217, бесән — 61, орлоҡ — 26,4; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 14,9% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1976—81). БАССР б‑са 1981 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Э.М.Кузеев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика