БЕЛОСЕЛЬСКИЙ‑БЕЛОЗЕРСКИЙҘАР, кенәздәр, ер һәм завод хужалары. Билдәлеләре: Александр Михайлович Б.‑Б. (12.3.1752 — 29.12.1809, С.‑Петербург), действительный тайный советник (1801), обер‑шенк (1808). Император ФА‑ның почётлы ағзаһы (1809). 1779 й. алып Дрезденда, 1790 й. — Венала, 1792—93 йй. Туринда кесе илсе. Өйләнгәндән һуң ер дайсалары м‑н бергә Ҡытау-Ивановка заводын һәм Ҡытаутамаҡ заводын ала. Сенатор (1796—97). Изге Александр Невский, Изге Иоанн Иерусалимский орд. м‑н бүләкләнгән. Уның ҡатыны Анна Григорьевна Б.‑Б. (1767; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1773—1846). И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) ейәнсәре. Ҡытау‑Ивановка һәм Ҡытаутамаҡ з‑дтарының хужаһы була, 1812 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1815) Дурасовтарҙан ер дайсалары м‑н бергә Йүрүҙән- Ивановка заводын һәм Мең заводын һатып ала. Уларҙың улы: Эспер Александрович Б.‑Б. (27.12.1802 — 15.6.1846), ген.-майор (1843). 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1817—64 йй. Кавказ һуғышында ҡатнаша. Колонна йөрөтөүселәр уч‑щеһын (Мәскәү) тамамлағандан һуң Кавказда лейб-гвардия Гусар полкында, 1843 й. алып Бәйләнеш юлдары һәм халыҡ биналары баш идаралығында хеҙмәт итә. Уның улы: Константин Эсперович Б.‑Б. (16.6.1843 — 26.5.1920, Париж), ген.‑адъютант (1906), ген.‑лейт. (1906). 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнаша. Дәүләт йылҡы үрсетеү з‑ды баш идаралығы советы ағзаһы. 1898 й. 40 мең дисәтинә ере м‑н бергә Ҡытаутамаҡ з‑дын Көньяҡ Урал металлургия йәмғиәтенә һата. 19 б. аҙ. Б.‑Б. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында 3 тау заводы һәм яҡынса 200 мең дисәтинә ере була.

Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика