БЕЛОРУCСИЯ, Белоруcь Республикаһы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 207,6 мең км2. Баш ҡалаһы — Минск. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 9,5 млн кеше (2009): белорустар (83,7%), урыҫтар һ.б.; 607 башҡорт йәшәй. Рәсми телдәр — белорус теле һәм урыҫ теле. Диндарҙарҙың күпселеге — православие христиандары.

БР м‑н Б. бәйләнештәре РФ һәм Б. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. БР м‑н Б. араһында сауҙа-иҡт., ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (1997), Б. Матбуғат б-са дәүләт ком‑ты һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы араһында хеҙмәттәшлек (2001) т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Б. хөкүмәт делегацияларының БР‑ға рәсми визиттары ойошторола (1999, 2001). 2001 й. Өфөлә Б. РФ-тағы Илселеге бүлексәһе асыла. Б. делегаттары 2—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшендә ҡатнаша. БР-ҙың БДБ дәүләттәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Б. өлөшөнә 27,7% (2009) тура килә. БР м‑н Б. тышҡы сауҙа әйләнеше 369,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 13,2 тапҡырға күберәк). БР-ҙың Б. экспорты — 28,1 млн доллар (1999 й. — 40,8 млн доллар); уның тауар структураһында химия сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы һ.б. продукцияһы. БР-ҙың төп экспортлаусы пр‑тиелары — Благовещен арматура заводы, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе, Өфө нефть эшкәртеү заводы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Каучук” ЯАЙ, “Газпром нефтехим Салават”, “Сода”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑лары һәм башҡалар. БР‑ҙа Б. капитал йәлеп итеп, 8 берлектәге предприятие эшләй. 90-сы йй. уртаһында “Баштехинформ” комплексы м‑н Б. мәғлүмәт хеҙмәте араһында мәғлүмәт материалдары м‑н түләүһеҙ алмашыу т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыла. БР һәм Б. ғалимдары микробиология өлкәһендә бергәләп тикшеренеүҙәр үткәреү т‑да килешеү төҙөй (1999).

Башҡортостан м‑н Б. араһында борондан килгән тарихи бәйләнештәр бар. Граждандар һуғышы йылдарында Б. терр‑яһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Б. Брест уҡсылар дивизияһы, мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы, Речица уҡсылар дивизияһы һуғыша. 1941—42 йй. БАССР-ға Гомель хәрби аэрофотограмметрия мәктәбе, сәнәғәт пр‑тиелары (Гомель паровоз һәм вагон ремонтлау з‑ды һ.б.), балалар учреждениелары, ш. уҡ бер нисә тиҫтә мең кеше эвакуациялана. БАССР Б. азат ителгән төбәктәрендә халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итә. 1963 й. башҡ. нефтселәре Новополоцк ҡ. НЭЗ төҙөүҙә ҡатнаша.

20 б. 30-сы йй. белорус журналдарында белорус тәнҡитселәре В.Гредель, В.Вольский, И.Недолиндың башҡ. яҙыусылары ижадына арналған мәҡәләләре баҫыла. Белорус яҙыусылары П.У.Бровка, Я.Купала, Я.Колас, А.Е.Макаёнок, М.Танк һ.б. әҫ. — башҡорт, ә башҡ. яҙыусылары Ә.Һ.Бикчәнтәев, Һ.Л.Дәүләтшина, Б.Ишемғол, М.Кәрим, С.Кулибай, Д.Юлтыйҙың әҫ. белорус теленә тәржемә итеп сығарыла. 70-се йй. Минск дирижеры Я.А.Вощак ҡатнашлығында БДОБТ‑ла Дж.Вердиҙың “Аида” һәм “Дон Карлос”, З.Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” опералары ҡуйыла. 70—80‑се йй. БАССР-ҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Белорус әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаларында ҡатнаша. БР театрҙары репертуарына белорус драматургтары әҫ. — Макаёноктың “Трибунал”, А.А.Дударевтың “Рядовойҙар”ы, “Кис”е һ.б. инә. Б. “Шишмә” башҡ. һәм татар рухи мираҫын үҫтереү халыҡ-ара фонды эшләй. БР-ҙа 17,1 мең белорус йәшәй (2002); белорустарҙың “Спадчына” респ. милли- мәҙәни үҙәге, “Балтика” белорус тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика