БЕЛОРУС‑АЛЕКСАНДРОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.- Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Юдаш й. (Эҫем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 133 кеше; 1920 — 273; 1939 — 328; 1959 — 228; 1989 — 133; 2002 — 122; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты бар.

1902 й. һәм 1919 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә белорус крәҫтиәндәре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. башында хәҙ. статусын ала.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.