БЕЛОРУС ТЕЛЕ, славян телдәренең береһе (көнс.‑славян төркөмсәһе). Белоруссияның рәсми теле. Шулай уҡ РФ‑та, Украинала, Польшала, Балтик буйы респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 7 млн ашыу кеше (1989). Урыҫ теле һәм украин теленә яҡын. Боронғо урыҫ теленә барып тоташа. Әҙәби Б.т. 14 б. иҫке белорус китап‑әҙәби теле һәм йәнле халыҡ телмәре (урта‑белорус һөйләштәре) нигеҙендә формалашҡан. Хәҙ. Б.т. 2 төп диалекты бар: төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш; уларҙың һәр береһе һөйләштәргә бүленеште һаҡлай. Б.т. фонетикаһының айырмалы һыҙаттары: ижек яһамай торған [ү] өнө этимологик [в] һәм [л] өндәре урынында ҡулланыла (сағ.: белорус. “үсе” [ү]се — урыҫса “все” [в]се, “воүк” во[ү]к — “волк” во[л]к); протетик һуҙынҡылар һәм тартынҡылар булыуы (мәҫ., “үвес” (весь) — [ү]вес, “гэта” (это) — [г]эта, “вулица” (улица) — [в]улица) һ.б. Был үҙенсәлектәр эҙмә‑эҙлекле рәүештә яҙыуҙа сағыла: белорус орфографияһы фонетик принципҡа буйһона. Б.т. морфологияһына мужской родта төп килештә сифат, сифат ҡылым һәм тәртип һандарының ялғауында [й] өнөнөң төшөп ҡалыуы хас. Сағ.: белорус “летн‑i” — урыҫса “летн‑ ий”, “прачытан‑ы” — “прочитанн‑ый”. Һүҙлек составы нигеҙҙә көнсығыш славян телдәре лексикаһына оҡшаш, уның м‑н бер рәттән үҙенсәлекле белорус һүҙҙәре ҡулланыла: “ветразь” (елкән), “гарэза” (шаян), “апошнi” (һуңғы), “кемiць” (аңлау) һ.б. Синтаксисы сифат ҡылым әйтемдәре урынына һүрәтләү конструкцияларына өҫтөнлөк биреү м‑н үҙенсәлекле. Яҙмаһы кириллица нигеҙендә. Хәҙ. белорус алфавиты 32 хәрефтән тора. Башҡортостанда йәшәгән 17,1 мең белорустың 26%‑ы Б.т. белә (2002). Б.т. Иглин р‑нының Балтика, Будённовский һәм Пушкинский аа. мәктәптәрендә өйрәнелә.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика