“БЕЛОРЕЦКСТРОЙ”, сәнәғәт һәм соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, торлаҡ йорттар төҙөү һәм капиталь ремонт; төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары етештереү пр‑тиеһы. 1958 й. “Магнитострой” тресының 8‑се төҙөлөш контораһы (1939 й. нигеҙләнгән, Белорет ҡ.) базаһында “Белорецкметаллургстрой” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1987 й. алып “Башуралстрой” тресы, 1994 й. — “Б.” ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына 1‑се, 2‑се (икеһе лә 1960 й. нигеҙләнгән), 3‑сө (1977) төҙөлөш идаралыҡтары, “Белорет тимер-бетон изделиелар заводы” ЯСЙ (1960) ингән. 1999 й. 667 кеше эшләгән. Тоташтырғыстар, баҫҡыс марштары һәм майҙансыҡтары, түшәм плиталары етештергән. 2000 й. ҡарата “Б.” тарафынан Белорет ҡ., Белорет, Бөрйән һәм Әбйәлил р‑ндарында 730,7 мең м2 торлаҡ, 218 сәнәғәт һәм соц.-мәҙәни тәғәйенләнешле объект, ш. иҫ. Белорет металлургия комбинаты, Белорет педагогия колледжы биналары, төҙөлгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика