БЕЛОРЕЦКИЙ (Ларионов) Григорий Прокопьевич (19.1.1879, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорецкий Завод ҡсб., хәҙ. Белорет ҡ. — 6.3.1913, Рязань губ. Скопин ҡ.), яҙыусы, врач. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1899). Император хәрби‑мед. акад. (С.‑Петербург) уҡыған. Завод эшселәренең ауыҙ‑тел поэзияһын йыя һәм өйрәнә, шул материалдар нигеҙендә “Йырсы‑көснәсе Урал ерендә” (“Сказитель-гусляр в Уральском крае”), “Завод поэзияһы” (“Заводская поэзия”; икеһе лә — 1902) очерктарын яҙа. Һуңғыһына Көньяҡ Урал з‑дтарында йыйылған 500 таҡмаҡ ингән. “Аҡылдан яҙғандар йортонда” (“В сумасшедшем доме”; 1903) повесында, “Урал этюдтары” (“Уральские этюды”; 1904) циклынан “Ҡара көҙҙә” (“Поздней осенью”) һәм “Йәйге төндә” (“Летней ночью”) хикәйәләрендә Башҡортостан эшселәренең һәм крәҫтиәндәренең ауыр тормошон күрһәтә. Б. әҫ. урындағы колоритты һәм Урал халыҡтарының үҙенсәлекле рухи мәҙәниәтен сағылдырған урыҫ һәм башҡ. фольклоры мотивтары үрелеп бара. Белорет р‑ны Советы президиумы тарафынан Б. ис. пр. булдырылған (2006).

Әҫәрҙ.: Избранное. Уфа, 1958.

Әҙәб.: Алфёров Р.А. Прочнее стали: ист.-худож. очерк. Уфа, 1954; Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика