БЕЛОРЕТ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Туҡан руднигы булған Белорет металлургия комбинатын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын, Куйбышев тимер юлының Ҡарлыман— Белорет участкаһын һ.б., электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Белорет ҡ., район диспетчер пункттары Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил р‑ндарында урынлашҡан. Дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1126,7 МВ×А булған 35—500 кВ көсөргәнешле 35 электр подстанцияһын, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 4446 км) һәм 35—500 кВ (1412 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линияларын үҙ эсенә ала. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 19648 шартлы берәмек тәшкил итә.

1969 й. “Башкирэнерго”ның Урал аръяғы электр селтәрҙәрен (1964 й. тиклем “Сельэнерго” электр селтәрҙәренең Учалы р‑ны) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ‑ның, 2005 й. башлап “БашРЭС—Белорет” тың (“Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы) хәҙ. исемде йөрөткән филиалы.

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика