БЕЛОРЕТ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ағиҙел йылғаһында. Плотинаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан 1320 км алыҫлыҡта Белорет ҡ. эргәһендә урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 1720 км2 (йылға басс. 2%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 353 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 7,4 млн м3, файҙалы күләме 5,9 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 1,48 км2, оҙонлоғо 7 км, уртаса киңлеге 0,21 км (макс. 1,5 км), уртаса тәрәнлеге 3,5 м (макс. 8 м), эшләнеш призмаһы 4,9 м, һыу кимәленең уртаса йыллыҡ тирбәлеш амплитудаһы 5 м. Гидроузел составы: уртаса баҫымға иҫәпләнгән, тупраҡтан өйөп һалынған, һыртына асфальт түшәлгән плотина (оҙонлоғо 800 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 40—60 м, макс. бейеклеге 13 м); һыу алыу ҡоролмаһы, йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер. Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: ағымды миҙгелле көйләү, Белоретты һыу менән тәьмин итеү. Ш. уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. Тирлән һыуһаҡлағысы м‑н берлектә көйләнә.

18 б. 2‑се ярт. Белорет заводын һыу м‑н тәьмин итеү өсөн төҙөлә. Тупраҡ плотинаның оҙонлоғо яҡынса 790 м, киңлеге 10—30 м, бейеклеге яҡынса 8 м була; йыуылыуҙан һаҡлау өсөн ҡарағас бағаналарҙан шпунттар ҡуйыла, ташҡын һыуын көйләүсе шлюздары була. 1957 й. реконструкция үткәрелә.

А.Н.Данилов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика