БЕЛОРЕТ ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №25, 1921 й. Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) эргәһендә фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып 1‑се һөнәрселек уч‑щеһы, 1960 й. — 7‑се техник уч‑ще, 1963 й. — 35‑се ҡала ПТУ‑һы, 1975 й. — 35‑се СПТУ, 1988 й. — 25‑се СПТУ, 1991 й. — 25‑се юғары ПУ, 1995 й. — 25‑се Белорет һөнәрселек лицейы. 1996 й. лицей составына киске бүлек булараҡ 122‑се ПУ инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә ашнаҡсы, канат урау машинисы, слесарь‑ремонтсы, термист, тимер сымды ҡыҫып нәҙегәйтеүсе, электрогазосварщик, электромонтёр һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 2 китапханаһы, 2 уҡытыу оҫтаханаһы, Белорет ҡ. проф.‑техник белем биреү тарихы музейы бар. 24 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2011), улар араһында Ғ.Б.Аҫылғужин, Т.Й.Ғиниәтуллин, И.А.Киселёв, С.Х.Мөхәмәтдинова, Ф.Ҡ.Сөләймәнов, Ш.Я.Ямалетдинов. 2010 й. Белорет металлургия колледжы составына инә.

Ғ.К.Хөбөтдинов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика