БЕЛОРЕТ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1889 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1890 й. алып 2 класлы башланғыс халыҡ ир балалар уч‑щеһы, 1907 й. — ҡала училищеһы, 1912 й. — 4 класлы юғары башланғыс уч‑ще, 1917 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — А.С.Пушкин ис. 1‑се Белорет урта мәктәбе. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уҡыу йортон 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында В.А.Кулеша, В.Г.Хазанкин, Р.Г.Хазанкин.

А.Б.Портнов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.