БЕЛОРЕТ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү, эшкәртеү һәм аҡ шыршы ҡайнатыу пр‑тиеһы. 1960 й. Магнитогорск урман сәнәғәте хужалығы базаһында нигеҙ һалына, 1961 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. 1962—94 йй. Б.у.с.х. Түбәнге Новгород ҡ. һәм Нейво-Рудянка ҡасабаһы (Свердловск өлк.) лак-буяу з‑дтары өсөн сайыр йыйыу м‑н (йылына яҡынса 400 т) шөғөлләнгән. Составына Белорет (1961 й. нигеҙләнгән), Тирлән, Үҙәнбаш (икеһе лә — 1960), Егәҙе (1961 й. ҡушылған) ағас-таҡта әҙерләү пункттары ингән. 1999 й. 881 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас-таҡта, тышлыҡ таҡта, штакетник, йәшник таралары, шпалдар, аҡ шыршы майы һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. Б.у.с.х. м‑н Д.С.Йәнгәрәев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.