БЕЛОРЕТ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1972 й. район сәнәғәт комб‑ты (1939 й. нигеҙләнгән) базаһында Б.у.к. булараҡ нигеҙ һалына, 1977 й. Белорет ағас әҙерләү-эшкәртеү комб‑тына үҙгәртелә, 1991 й. алып “Б.у.к.” ЯАЙ, 2005 й. ябыла. Составына Арша, Инйәр, Мөхәмәт ағас әҙерләү участкалары, Әүжән һәм Белорет ағас әҙерләү- ағас эшкәртеү участкалары һәм мебель цехы (бөтәһе лә Белорет р-ны һәм Белорет ҡ.) ингән. 1999 й. 255 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас-таҡта, өҫтәл, карауат, табуретка, ҡорос арҡан өсөн барабан һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.