БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Силәбе өлк., көнсығышта — Учалы, көньяҡ-көнсығышта — Әбйәлил, көньяҡта — Бөрйән, көнбайышта Ишембай, Ғафури һәм Архангел р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Тамъян-Ҡатай кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. Б.р. составына Бөрйән, Учалы р‑ндары терр‑яһы һәм Әбйәлил р‑нының бер өлөшө ингән. Майҙаны — 11346 км2; респ. иң ҙур район. Адм. үҙәге — Белорет ҡ., Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 52,1; 1959 — 59,1; 1989 — 32,0; 2002 — 29,1; 2010 — 38,4. Милли составы (2002): башҡорттар — 62,9%, урыҫтар — 32,1%, татарҙар — 3,6%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 2,6 кеше/км2, респ. иң түбән тығыҙлыҡ. Районда 19 ауыл советы, 96 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Тирлән (4,4 мең кеше), Инйәр (4,3 мең), Тимер юл (3,0 мең), Ломовка (2,6 мең), Үрге Әүжән (2,0 мең) ауылдары һ.б.

Райондың көнсығыш өлөшө Уралтау һыртында урынлашҡан, унан көнбайышҡа табан Баҡты, Баштау, Елмәрҙәк, Машаҡ, Нәре, Әүәләк, Юрматау һырттары һуҙылған. Район майҙанының 30%‑тан ашыуы диңгеҙ кимәленән 700 м бейеклектә ята. Б.р. Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә урынлашҡан. Районда флюорит (Соран), агрономик мәғдәндәр (Боғанаҡ), эзбизташ (Александровка, Пугачёв), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Ломовка, Новобельский, Рязев), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Ломовка), доломит (Ҡатай), түбә һәүерташтары (Лысогорка), төҙөлөш һәм йөҙләү таштары (Арский ташы, Ҡаҙыш, Инйәр), ер аҫты һыуҙары (Ҡатай) ятҡылыҡтары асылған. Климаты континенталь. Уртаса йыллыҡ т‑ра 0,3—1°С, ғин. уртаса т‑ра −16°С, июлдә 17°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. −49°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, көнбайышта — 700 мм күберәк; йылы осорҙа 400 мм. Гидрографик селтәрҙе Ағиҙел, Еҙем, Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш йй. барлыҡҡа килтерә. Район майҙанының 85,1%‑ын урман ҡаплаған. Райондың иң бейек үҙәк өлөшөн тау тупрағындағы ылыҫлы урман биләй. Көнбайышта киң япраҡлы, көнсығышта һоро тау‑урман тупрағында ҡарағай-ҡайын-ҡарағас урмандары таралған; йылға үҙәндәрендә ҡара тау тупрағы осрай. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Әрүәк-Рәз, Ямантау һәм Ирәмәл тауҙары, Арский ташы һәм Ҡотҡор төбәктәре, Асы минераль һыу сығанаҡтары, Атыш шарлауығы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе, Оло Шатаҡ тауындағы ҡарағас урманы, Белорет урмансылығындағы себер кедры культураһы һ.б. — тәбиғәт ҡомартҡылары. Районда Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тәбиғи паркы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 77,3 мең га (дөйөм майҙандың 6,8%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 13,9, сабынлыҡтар — 48,8, көтөүлектәр — 14,4; урмандар майҙаны — 964,6, ер өҫтө һыуҙары — 4,4. Б.р. тау-урман зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 4 ЯСЙ, 2 производство крәҫтиән союзы, АХПК, 281 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, йылҡысылыҡҡа махсуслаша. Районда “Белорет урманы”, “Әүжән урманы” ДУП‑тары, Белорет, Инйәр, Тирлән, Әүжән урмансылыҡтары һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Ҡарлыман—Белорет участкаһы), Көньяҡ Урал т. юлы (Магнитогорск—Белорет участкаһы), Белорет—Учалы—Мейәс (Силәбе өлк.), Өфө—Инйәр—Белорет, Стәрлетамаҡ—Белорет—Магнитогорск (Силәбе өлк.), Сермән—Амангилде—Баймаҡ автомобиль юлдары үтә. Б.р. Урал иҡтисади төбәгенә инә.

Районда 45 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Сермән урта мәктәбе, Үрге Әүжән урта мәктәбе), Сермән балалар йорто, 34 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, үҙәк район һәм 9 ауыл амбулаторияһы, 43 фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Асы” шифаханаһы, “Арский ташы”, “Ағиҙел” ял базалары; 42 клуб учреждениеһы, 34 китапхана, Мөбәрәков А. музейы, З.Ғ.Исмәғилев йорт-музейы бар. 8 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Урал” һәм “Белорецкий рабочий” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ картаһы

Яндекс.Метрика